歌手:
阿尔苏
专辑:
《Родная Речь (Туган Тел)》Йәшлек урамдары,
Тулы хыялдары,
Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр.
Өфө йүкәләре
Онотмаҫтар әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.
Өфө йүкәләре
Онотмаҫтар әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.
Ғүмер ике килмәй,
Уттар ике һүнмәй,
Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр.
Өфө йүкәләре
Онотмаҫтар әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр
Өфө йүкәләре
Онотмаҫтар әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр
Беҙҙең менгән аттар -
Йылдар, арғымаҡтар,
Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр.
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр...